Шешэлэге хат — аккорды для укулеле

S.E.R. ft LeNaRТональность: G7K просмотров
Тон0
Шрифт
×1.0
Аккорды:
G
Em
C
D
G 
Әллә ҡояш ата,әллә бата утрауым?
Em 
Ялан аяҡ атланым диңгеҙ ярынан,
C 
Бәлки бер мәл өмөт тулы ҡарашымдан сикһеҙлек арыһа,
D 
Минең шешәгә һалған хатты асыр кемдеңдер ҡулдары…
G 
Күрһәм ине ишек-мәңге туҡылдармын,
Em 
Төшөрөрмөн тотҡас,ҡанаған ҡул менән һыҙып.
C 
Эйе,беҙ икәү инек,тик сыҙай белмәне яңғыҙлыҡ,
D 
Һәм мин үҙем генә һанап ҡалдым бөтмәҫ тулҡындарҙы!
G 
Ҡасандыр ҡанатһыҙ ҙа аҫта ҡалдырҙыҡ яҙмыш упҡындарын!
Em 
Беҙ күрҙек офоҡто,беҙ ынтылдыҡ үргә…
C 
Дөрөҫлөк шул ҡәҙәре әҙ бында,бәлки шунлыҡтандыр
D 
Өмөттөң хаҡлығы иң тәүҙә ташлана күҙгә!
G 
Һәм көйә бит үҙәк, иҫкә алып бәхетте,
Em 
Шунан башҡаға ярамаҫлыҡ итеп эшләнгәнбеҙ.
C 
Беләм,бер заман бөтәшер күңелдең бар йәрәхәте,
D 
Ҡулға алһаң хатымды,хатымды шешәләге…
Ҡушымта:
[G] [Em]
Был таңын мин таң ҡалдым,
C D 
Тороп утрау менән диңгеҙ араһында.
[G] [Em]
Меңләгән шешә,меңләгән хатым
C D 
Кире ҡайтҡан үҙемдең ярыма…
[G] [Em]
Таңын таң ҡалдым,
C D 
Еүеш хаттарҙы алып ҡулдарға…
[G] [Em]
Меңләгән исем,меңләгән ялыныу-
C D 
Мин яңғыҙ түгел,яңғыҙ булараҡ!
G 
Дүрт яғымдан офоҡ,дүрт яҡтан йоҙаҡлы,
Em 
Эҙләнем уны,көрәштем,бөтә булған көстө биреп,
C 
Ниңәлер артҡа табан ғына күсте иреклек,
D 
Мин уны ҡыяғыҙ кәмәгә һалып оҙаттым…
G 
Беҙҙең ҡурҡыуҙы уятмаҫһың хәҙер тоҙ атып!
Em 
Үҙ аңымды ҡуптарып,таптым бүтәндәр фекерен.
C 
Яңғыҙ тауыш йөҙ төрлө яңғырай,ярһыуын еткереп,
D 
Тиҙерәк ал хатымды,ас йөрәгем йоҙағын!
G 
Килдем,күрҙем һәм еңдем булды йөҙләгән саҡрым элек,
Em 
Ә хәҙер һуңлайым хатта һуңлаусылар йыйылышына…
C 
Мин бит аяҡ баҫтым кәмәгә,ҡайтмаҫты белеп,
D 
Тик ниңә буранлы көндө ышандым йылы ҡышына?!
G 
Таңын яр буйлап үткәндә мин таң ҡалдым,
Em 
Меңләгән кеше өмөтөн сығарып ташлаған ярға.
C 
Яңғыҙҙар һанауһыҙ,һанауһыҙ яңғыҙлыҡҡа юл алды,
D 
Һәм миңә шешәгә хат тултыра башлау ғына ҡалған!
Ҡушымта:
[G] [Em]
Был таңын мин таң ҡалдым,
C D 
Тороп утрау менән диңгеҙ араһында.
[G] [Em]
Меңләгән шешә,меңләгән хатым
C D 
Кире ҡайтҡан үҙемдең ярыма…
[G] [Em]
Таңын таң ҡалдым,
C D 
Еүеш хаттарҙы алып ҡулдарға…
[G] [Em]
Меңләгән исем,меңләгән ялыныу-
C D 
Мин яңғыҙ түгел,яңғыҙ булараҡ!

Другие песни S.E.R. ft LeNaR